.Тыуған ер, тыуған йорт, тыуған ауыл, Ватан – йәнгә яҡын, иң йылы һүҙҙәр.
Тыуған ил беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә сәңгелдәктән, атай-әсәй тупһаһынан, ауыл янындағы туғайҙан, урамда үҫеп ултырыусы ҡайындан, баҫыуҙарҙа йыр һуҙыусы турғайҙарҙан башлана. Тыуған йорт, ауыл, район, республика. Йылдар үткән һайын Ватан төшөнсәһе ана шулай киңәйә бара.
Хәҙерге Яңауыл районы территорияһы элек Уран һәм Урман- Гәрәй олоҫо башҡорттарыныҡы булған.
1866 йылдан башлап аҫта һаналып киткән (подземельные волости) Яңауыл һәм Ҡыҙылъяр ауылдарына әйләнгәндәр. Айсыуаҡ исемле уран кешеһенең ҡалтағайҙар менән Ҡазан һәм Мәскәүгә барыуы билдәле һәм унан башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтенә ҡабул ителеүе тураһында ҡайын туйыҙына яҙылған грамота алып ҡайта. Уран олоҫона ингән ауылдар исемлеге:
1. Ҡарман 15. Булат –Йылға
2.Ҡарман- Аҡтау 16. Яңы – уртауыл
3. Шишмә 17. Вәрәш
4.Саңғакүл 18. Эткенә
5.Ҡом 19.Яңауыл
6.Урҙәк 20.Яңғыҙнарат
7.Бәҙрәш 21.Ташйылға
8.Бәҙрәш-Аҡтау 22.Йөбанай
9.Киҫәк – Ҡайын 23.Исәмбәт
10.Ҡыҙыл Яр 24.Аҡылбай
11.Янбарыс 25. Туртиҡ
12.Кесеҡыр 26.Ушия Тау
13.Көйөк 27. Вәрәшбаш
14.Исхаҡ
Типтәр һәм башҡорт – типтәр ауылдары Уран олусы территорияһында барлыҡҡа килгән. Артабан татар ауылы булып киткән типтәр ауылдары:
Ҡомалаҡ
Иҫке Ҡоҙаш
Ямаҙы
Гөтбөр
Ураҡай
Урман – Гәрәй олусына ингән башҡорт ауылдары (1989й. перепись):
Ҡыҙыл Яр Түбәндәге Сат
Алдар Юғары Сат
Яңы Алдар-184б. Байдар
Мәсәғүт Ҡуш Имән
Ямаҙы Һандуғас
Сәлих Асауҙыбаш-288 б.
Йүгәмәш Тау ауылы
Киҫәк-Ҡайын-429 б.
Яңауыл районы ауылдары халҡы төнъяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшендә аралаша (Иҫтәк ауылы).
1) (ҡ), (т) өндәренә башланған һүҙҙәрҙең беренсе ижегендә башҡорт әҙәби телендәгесә яҙыла:
Кәбән-кибән
Кәштә-киштә
Кәрәк-кирәк
2) Бойороҡ һөйкәлешенең күплектәге икенсе заты (ң) формаһында ҡыҫҡа варианты ҡулланыла.
Барығыҙ-барың китегеҙ-китең
Килегеҙ-килең ҡайтығыҙ-ҡайтың
3) (ҫ) урынына (ч) өнө ҡулланыла:
Ҡысҡа-ҡысҡа
Сәй-чәй
Сығыу-чығыу
4) Ҡылымдар башҡортса әйтелә: бармайым, килмәйем, ҡайтмайым һ.б.
5) (һ) өнө урынына (с) өнө ҡулланыла, йәки (һ) өнө төшөп ҡалыусан.
Һаман-аман Һағылаҡ-сағыҙаҡ
Һәйбәт-әйбәт Һигеҙ- сигеҙ
Кисәк-Ҡайын ауылы тарихы.
Бәҙрәшбаш йылғаһы буйына урынлашҡан ауылды 18-19 быуаттарҙа Ҡайын-Киҫәк тип йөрөткәндәр. Риүәйәттәргә ҡараҡнда, элек был урындарҙа тотош урман булған тип һөйләйҙәр. Ауылға нигеҙ һалыусыла, ағастары киҫеп, төҙөлөш өсөн урын таҙартҡан. Кешеләрҙең береһе йәшен атып ауҙарған ҡайын киҫәген күрә. «Ҡайын – Кисәк» исеме бына шунан килә лә инде. Ауылға ҡасан нигеҙ һалыныу тураһында документтар юҡ, иң беренсе архив мәғлүмәттәре 1780 йылға ҡарай. Уран өйәҙе башҡорттарынң элекке яҙмаларына ҡарағанда, 1780-се йылдың 14 июлендә урыҫ крәстиәндәренә бүлеп бирелгән ерҙәр исемлегендә Ҡайын-Киҫәк ауылы ла була. Ошо ауылдан Өмөтҡол Иҫәнғолов тигән кеше ҡатнашлығында төҙөлгән актта, Беж, Бисәп, Уҫа, Әмнәш йылғалары буйындағы ерҙәре 30 йылға 10 һум менән арендаға биргәндәр. Ерҙе арендаға алыусылар балыҡ, йәнлек тоторға, ҡомалаҡ йыйырға, әгәр мышы йәки ҡарағасты ғына киҫергә рөхсәт ителгән.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 26 йортло ауылда 141 башҡорт-вотчинник йәшәгән.1920 йылдаға иҫәпләү буйынса халыҡ һаны 620 кеше булып китә. 1842 йылда 283 кешегә 2441 бот ашлыҡ сәселгән. 1 кешегә - 7,6 бот ашлыҡ тура килгән.
Ауылда тегермән була. 126 ат, 140 баш һыйыр, 73 баш һарыҡ була. Халыҡ урман хужалығы, солоҡсолоҡ менән шөгөлләнгән.
Баш күтәреүҙә ҡатнашҡан башҡорттар.
Ауылда шулай уҡ мәсет һәм мәктәп була. Пугачев воосстаниеһында Киҫәк-Ҡайын ауылы башҡорттары ла әүеҙемҡатнаша.1774 йылның амртында С. Юлаев отрядында был ауылдан бик күп баш күтәреүселәр: Әбдикәй Ишмурзин, Мөхәмәтшәрип Вәисов, Хәлил Бисакин, Хишрәф Ширүммәтов, Әхмәр Ҡарашабаев, Күләй Ҡаракүҙев, МӘргән Абдалов, Таймас Тачин, Арыҫланбәк, Мөслимов, Сәлим Бисакин, Рафик Бурағолов, Шәрип Япаров, Әлмөхәмәт Ҡаракүҙев, Кинйәғол Ибраев тигән кешеләр ҡатнашҡан.
Батырша етәкселегендә фетнәһендә ҡатнашыунан һуң, Екатерина II: был башҡорт халҡы ниндәй бик ирекле халыҡ һуң ул? – тигән һорауға яуап эҙләгән.
Иҙге мәсет.
1780 йылда башҡорт ауылдарында тимерлектәрҙе (ҡорал эшләмәһендәр өсөн) ябыу һәм мәсеттәр төҙөү тураһында Указ сығара. Ә Киҫәк-Ҡайында мәсет Указға ҡәҙәр әллә ҡасан булған була. Ул ҙур, ике ҡатлы, ныҡ булған һәм 1954 йылға ҡәҙәр торған, әммә ул ваҡытта инде Сталин исемендәге
Колхоз идараһы булып хеҙмәт иткән. Мәсеттә мәҙрәсә булған. Уның тураһында бик ҡыҙыҡлы риүәйәт һаҡланған. Киҫәк-Ҡайында ике ҙур янғын булған һәм уларҙың икеһендә лә мәсет иҫән ҡалған.
1910 йылда. Икенсе янғын ваҡытында, ярты ауыл янып бөткән, ә ут, мәсет урынлашҡан Ябарыҫ ауылынан килһә лә, бик юғары манаралы а4ас мәсетте урап үткән.ъ
Граждандар һуғышы ваҡытында мсеттең баҙына снаряд эләккән һәм шартламаған. «Ул шундай ҙур, беҙ уның менән бәләкәй саҡта уйнай торғайныҡ. Һәм был Аллаһы тәғәләнең изге йортонда хатта снарядтар ҙа шартламай тигән һүҙҙәр өсөн нигеҙ булып тора»- тип хәтерләй ауыл ҡарттары.
Ауылдың бик боронғо икәнлеген Кисәк-Ҡайын ауылында 5 зират булыу факты ла һөйләй. Бөгөнгөһө иҫке зират урынында урынлашҡан.
Киҫәк-Ҡайында элек-электән ер биләүсе башҡорттар йәшәгән, ә күрше ауылдарҙа типтәрҙәр, йәғни ситтән килгән кешеләр йәшәгән. Башҡорт ер биләүселәре уларҙы үҙ ерҙәрендә билдәле шарттарҙа «припущенник» сифатында индергәндәр. Килгән халыҡтыңбиләмәсе хоҡуҡтары булмаған. Ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй милләтен икәнен белеү өсөн, уларҙың исемдәренә лә күҙ һалыу етә. Әйтәйек, «Кинйә»- саф башҡорт исеме (ул «кесе ул» тигәнде аңлата), нәселдә лә бар. Мәҫәлән: Кинйәғол, Кинйәбулат, Кинйәбай, һ. б. бик күп төрлө исемдәр. Һүҫ ыңғайы шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Салауат отрядындағы 14 башҡорт баш күтәреүсе араһында Киҫәк-Ҡайындан Кинйәғол Ибраев та булған.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик зирәк булғандар. Улар ауылды бына нисек итеп һалғандар: крамдар киң, тигеҙ. Һәрбер алты йорт һайын йылғаға бара торған тыҡрыҡ булған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ауыл көтөүен Күрше Ҡарман ауылы баҫыуына ҡыуа торған булған, 2,5 км оҙонлоғондағы көтөү юлы ике яҡтан да кәртәләп алынған булған. Һәр бер ихата үҙенең участогын тәртиптә һаҡлаған. Тәртип һаҡларға иренгәнде хөкөм иткәндәр. Барынан да йышыраҡ ҡамсы менән һуҡтырғандәр. Ауылда ике ҡатлы орлоҡ склады булған, уны «магажи» (күрәһең, «магазин» һүҙенәндер) тип атағандар. Унда игендең һаҡлыҡ фонды тупланған. Был складтың икенсе ҡатына менә торған күпер булған, унан егеүле аттар күтәрелгән, шулай уҡ бушатыу механизмдары ла уйланылған булған. Улар бына ошолай йәшәгән.
Асыҡлау өсөг тағы ла ауылдың муллаҡы Хафизетдиндың тарихын һөйләп үтәйек.1915-1916 йылдарҙа ул Мәҡҡәлә булған һәм хаж ҡылған, шунан һуң уны “Хажи мулла” тип йөрйтөтә башлағандар. Ул нисек итеп Сөғуд Ғәрәбстанына барған да, бының өсөн уға нисә йыл кәрәк булған-был хаҡта бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр юҡ. Ауылдаштар тураһында, бына улар ниндәй тәүәккәл булғандар тип әйиәһе генә ҡала.
Киҫәк-Ҡайын ауылы Яңауыл районының көнбайыш яғында урынлашҡан һөм был тирәләрҙә иң күптәнге ауылдарҙың береһе булып һанала. Киҫәк-Ҡайын ауылының ҡаян килеп сығыуы тураһындағы беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланмаған. Әммә шуныһы билдәһе: Яңауыл һәм Киҫәк-Ҡайын ауылдары араһында бер ауыл барлыҡҡа килгән. Уға Урта ауыл тип исем ҡушҡандар
1542 йылда Бәҙәрәш айылы төҙөлә башлай. Унда кешеләр Урта ауылдан да күсеп килә башлайҙар. Шулай булғас, Киҫәк-Ҡайын ауылы бынан 450-500 йылдар элек төҙөлгән һәм йәшәй башлаған. Киҫәк-Ҡайынға килгән кешеләр күп ерҙәрҙә яңы ауылдар төҙөп йәшәй башлағандар .Тирә яҡта Туртиҡ, Байсар, Ҡарман ауылдары барлыҡҡа килгән.
1917 йылғы революция ауыл тормошоша үҙгәрештәр индерә. Ер крәстиәндәргә бүлеп бирелә. Байҙар һөргөнгә ебәрәләр. Әҙ ерле хәлһеҙ крәстиәндәр иле икмәк менән туйындыра алмайҙар. Йәш Совет хөкүмәте яңы экономик политикаға (сәйәсәткә) күсә. Ауылда халыҡ тағы ике төрлөгә айырыла: ярлылыр һәм кулактар. Был ваҡыттарҙа Йәш Совет производствоһының яйға һалынып килгән сағы.
Халыҡҡа сәнәғәт тауҙары етешмәй: материя, тоҙ, керосин, һабын, шырпы кеүек беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр ҙә булмай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Совет хөкүмәтехалыҡтыуҡытыу хәстәрен дә кәрә башлай. 1919-1920 йылдарҙа мәктәп ойошторола.
Беренсе уҡытыусылар ситтән ебәрелә. Беренсе мәктәп Малик мулла йортона урынлаша. Уҡытыусылар: Шәрипов Ғәденйән, Шакиров Ҙакирҙар халыҡ һорауы буйынса балаларға яңы уҡыу предметтары менән бергә дин фәндәрен дә уҡыталар. 1929 йылда мәктәп өсөн беренсе ликбез һалына. Ул ваҡытта уҡытыусылар Фәтхи һәм Иммәтов Ғилмиләр булалар.
1927-28 йылдарҙа беренсе клуб асыла. Ул ауылдан киткән Әхкәмәлетдин (хәҙерге Әхкәмов Муллый бабайҙың атаһы) йортона урынлаша. Унда йәштәр дингә, уразаға ҡаршы пьеса ҡуялар. Унда ҡатнашыусылар: Назар, Миншин Ғәҙекәй, Хәлиуллин Талип, Шарынин Шәғәли, Вәлиев Мөхәмәтйән, Исмәғилев Йософ, ҡыҙҙар уйынға ҡатнашмайҙар.1929 йылда клуб ликбез мәктәбенә күсерелә. 1930 йылда мәктәп тә, клуб таХажи мула йортона күсәләр. 1929 йылда ҡатын-ҡыҙҙарын Һидия апай беренсе булып сәхнәгә сыға һәм унан күреп, башҡа ҡатын – ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша башлайҙар.
Был ваҡытта клуб эштәрен уҡытыусылар ойоштора. Беренсебулып уҡытыусыларҙан Татарстандың Саллы ҡалаһыннан килгән Ғата ағай менән Рауҙа апайҙар булалар. 1932 йылдан 1945 йылға ҡәҙәр клуб Низамов Зиәҡай йортона урынлаша. Был ваҡытта китаптар Яңауылдан алып ҡайтыла һәм кмре илтеп бирелә. Клубҡа яуаплы кешеләр-комсомолдар Шәйхетдинов Рәхим һәм Әхкәмов Муллый булалар.
1929 йылда комсомол ойошмаһы төҙөлә. Комсомолға 9 кеше инә . Сектетарь булып Хөснөтдинов Әмир һайланаю 1931 йылда Х. Әмир комсомол путевкаһы менән моторҙар төҙөү заводына специалистлар хәҙерләү мәктәбенә уҡырға китә. Комсомол секртетаре булыпкоммунист Минһажев Рәхимйән ҡала.
1929 йылда беренсе колхоздар ойошторола башлай. Колхозлашыу ауылда ауылда бик күп ҡаршылыҡтарға осрай. Колхозға беренсе 12 хужалыҡ берләшә, шул иҫәптән бай булыуына ҡарамастан Фәтҡуллин Ғилмулла колхозға инә. Кулактар колхозға инеүселәргә аяҡ һалалар, ҡурҡыталар. Хатта Мәжитов Мөҡим үҙенең улы менән Насыртдинов һәм Фәтҡуллин Ғилмулланы үҙҙәренә саҡыртып эсерәләр һәм туҡмайҙар. Ғилмулла ҡасып ҡотола, ә Балағытдинде йыртҡыстарса үлтерәләр. Мөҡим һәм уның улы ҡулға алыналар һәм тейешле язаны алалар.
1933 йылда ауылға ауылға беренсе рактор ҡайта. Ул кескәй генә тәгәрмәсле «Фордзон» тракторы була һәм ауыл халҡы өсөн ҡурҡыныс та булып күренә. Беренсе трактористар Әхкәмов Муллый, Шәйхетдинов Рәхимйәндр булалар.
1935 йылда беренсе Совет магазиныасыла. Ул колхоз кладовойына урнаштырыла һәм унда һатыу эшен Нурисламов Тимершаға тапшыралар. Ундағы тауарҙар: шырпы, араҡы, кәнфит, тәмәке һәм һабын менән генә сикләнә. Ул да һәр ваҡыт булмай. Кейем өсөн материалды халыҡ үҙҙәре эрләп һуҡҡандар. 1939 йылда беренсе магазинһалына һәм һатыусы итеп Хәлиуллин Талип билдәләнә. Ошо йылдарҙа материалдар ҙа ҡайтҡалай башлай.
1941 йылда бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауыл Советынан һуғышҡа 576 кеше китә. Уларҙың 338 һуғыш ҡырында һәләк булып ҡала. Ҡалғандары орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеп, һау-сәләмәт, ҡайһыһы яралар менән йәки инвалид булып ҡайталар.
Күперҙәр һалыусы сапер Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улына ү үҙе үлгәндән һуң , Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1949 йылда ауылда элекке клуб, йяғни Низамов Зиязетдин йортон һүтеп, яңы клуб һалалар. Һуғыштан һуң ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу менән бер рәттән мәҙәниәт-көнкүреш шарттары ла киҫкен яҡшырыуға табан бара.
1955 йылда яңы клуб һалына. 1973 йылда Киҫәк-Ҡайын ауыл мәҙәниәт йорто тип йөрөтөлә башлай. Киҫәк-Ҡайын сәхнә һөйөүселәре районда конкурстарҙа ҡатнашып, күп тапҡырҙар_һәм _ урындарҙы яулап алалар. Улар һәрваҡыт ҙур сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйыуҙары менәндан ҡаҙаналар. Мәҫәлән, «Ҡара йөҙҙәр», «Сатҡылар», «Ай тотолған төндә», «Фәйзи», «Тамырҙар», «Нәркәс», «Аҡҡош йыры», «Әсәйемдең аҡ күлдәге», «Алтын бишек» һ.б. 1973 йылда «Аҡҡош йыры» менән республика смотрында ҡатнашып Борайда уңышлы ғына сығыш яһанылар.
Киҫәк-Ҡайындыңбөгөнгөһө.
1989 Киҫәк-Ҡайын ауылында яңы ике ҡатлы мәҙәниәт йорто һалынды. Залда 300 кеше һыйырлыҡ улрын, зурфойе, бихисап күп бүлмәләр, ҙур бейеү залы бар, ә икенсе ҡатта ауылкитапханаһы бар. Ауыл Советы ҡарамағанда өс ауыл: Киҫәк-Ҡайын, Тар-Тар, Янбарыҫ ауылдары, Киҫәк-Ҡайын төп дөйөм белем биреү мәктәбе, Прогресс урта белем биреә мәктәбе, Прогресс участок больницасы, ПУ-101, Киҫәк-Ҡайын фельдшерлыҡ пункты, колхоз идараһыйорто, ике шәхси, бер сельпо магазины бар. Ауылда ял итеү үсүн, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар өсөн обелиск ҡуйылған Еңеү паркы булдырылды. Был парк территорияһын шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар өсөн обелиск ҡуйылған Еңеү паркы булдырылды. Был парк территорияһында уҡыусы балалар ҡарап, таҙартып торалар. Ауыл Советы территорияһында йәшәүсе бөтә халыҡ та газета-журналдар алдыра, Прогресс һәм Киҫәк-Ҡайын мәҙәниәт йорттарында, мәктәптә китапханәләр эшлә.1991 елда тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, ауылдың йөҙөн тағы ла күркәмләндереп ҙур мәсет төҙөлдө. Һәр аҙнала йома көндө ауыл ҡарттары мәсеткә йыйылып, намаз уҡый. Көн һайын ишетелгән азан моңо күңелдәргә үтеп инеп йөрәктәргә иман нурҙары тула. Мәсеттә төрлө дини байрамдар уҙҙырыла, ҡорбан салына һәм яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла, яңы өйләнешкән йәштәргә никах уҡыла.
Ауылда Еңеү урамында параллель тағы ла бер урам барлыҡҡа килде. Ул урамда ауылдан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан Нефтекама теплицаһы эшселәре өсөн яңы таш йорттар ҡалҡып сыҡты.
Ауылды төҙөклөндереү, йәмләндереү, колхозды алға ебәреү өсөн бөтә көстәрен һалып эшләгән «Ленин юлы» колхозы рәистәре:
Зарипов Әхмәтнур, Нуриев Фәнис Мәғруфович, Насыров Зәки Ильяс улы, Зифил Заһир уулы Фәрхетдинов, Валерий Фаритович Хәйдәршиннар тарафынан эшләнә.Шулай уҡ ауылдың йыр-моңға, ғашиҡ йәштәре лә, эшсән, тырыш халҡы ла, халыҡтың ышанысын яулаған аҡһаҡалдар ҙа ауылды тағы ла тырышыбыраҡ эшләйҙәр, күңелле ял итәләр, гөрләшеп, янып йәшәйҙәр.
Ауыл Советы территорияһында бөтәһе 676 кеше йәшәй.